Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта

Мини-чат

Наш опрос
Телде өйрәнеүсе фән нисек атала?
Всего ответов: 4

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

  • Сәләмәт тәндә – сәләмәт аҡыл,
  • Байлыҡ - бер айлыҡ, һаулыҡ – ҙур байлыҡ.
  • Яман ауырыуға яҡшы аш.
  • Һау булайым тиһәң, туя ашама, ҡуя аша.
  • Ауырыу ботлап керә, мыҫҡаллап сыға.
  • Байлыҡ бер айлыҡ, һаулыҡ ғүмерлек
  • Һаулыҡ күрке - эш, эш күрке - аҡыл, аҡыл күрке - йөҙ, йөҙ күрке - күңел.
  • Ауырыу ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй
  • Ауырыу хәлен һау белмәҫ, ярлы хәлен бай белмәҫ.
  • Ауырыу - аяҡтан, ҡайғы йөрәктән алыр
  • -Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух.
  • -Байлыҡ - бер айлыҡ, һаулыҡ – мәңгелек.
  • -Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай.
  • Һаулыҡ –зарядка
  • -гимнастика
  • -дөрөҫ туҡланыу
  • -таҙа тештәр
  • -яҡшы кәйеф
  • Мин белгән берҙән бер матурлыҡ – ул һаулыҡ
  • Һаулыҡ – ул ауырыуҙарҙың юҡлығы ғына түгел, ә дөйөм физик, рухи һәм социаль ныҡлылыҡ
  • Хәрәкәт ул- йөрөү атлап,
  • Хәрәкәт- барыу ауға.
  • Хәрәкәт ул – елеү атта,
  • Хәрәкәт- менеү тауға.
  • «Хәрәкәттә – бәрәкәт», - тип
  • Әйткән ололар бик хаҡ.
  • Һаулыҡ ныҡлы булһын тиһәң,
  • Йүгер, һикер, тәкмәс ат.
  • Һаулыҡ - ҙур байлыҡ.
  • Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай.
  • Халыҡ һаулығы — дәүләт байлығы.
  • Һаҡланған - һаулыҡҡа туйған.
  • Һаҡланғандан үлем дә һаҡлана.
  • Һау кешегә көн дә байрам.
  • Һаулығың — байлығың.
  • Һәр дарыу самаһынан уҙһа — ағыу.
  • Тән ауырыһа, йән ҡурҡа.
  • Тәне һауҙың йәне һау.
  • Тир менән сир сыға.
  • Самалы ашаған һау булыр.
  • Саф һауа - тәнгә дауа.
  • Сир аяҡ аҫтында.
  • Сир ҡулдан йоғор, тымау - тындан.
  • Сирле үлмәй, әжәле еткән үлә.
  • Сирле, сирленең холҡо - кирле-мирле.
  • Сирлегә йәйге селләлә лә һыуыҡ.
  • Сирләмәйенсә һаулыҡтың, ҡартаймайынса йәшлектең ҡәҙерен белмәҫһең.
  • Сәләмәт тәндә - таҙа аҡыл.
  • Оҙаҡ ауырыу йән ала.
  • Кешенең дарыуы - кеше.
  • Йәнең һау булһа, ауырыумын тимә, тәнең һау булһа, ярлымын тимә.
  • Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр,
  • Дарыу көсәйһә, малыңды алыр.
  • Ауырыу күрмәгән кеше һаулыҡтың ҡәҙерен белмәҫ.
  • Ауырыуға сыҙамаһаң, һаулыҡтың ҡәҙерен бел.
  • Байлыҡ башы — һаулыҡ.
  • Байлыҡ — бер айлыҡ, һаулыҡ — ҙур байлыҡ.
  • Байлыҡтың алды — тән һаулыҡ.
  • Паҡлыҡ һөйгән һау булыр.

​​​​​​​

 

Мөһим
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия

Друзья сайта

Вход на сайт


, . , , , ,