- Сәләмәт тәндә – сәләмәт аҡыл,
- Байлыҡ - бер айлыҡ, һаулыҡ – ҙур байлыҡ.
- Яман ауырыуға яҡшы аш.
- Һау булайым тиһәң, туя ашама, ҡуя аша.
- Ауырыу ботлап керә, мыҫҡаллап сыға.
- Байлыҡ бер айлыҡ, һаулыҡ ғүмерлек
- Һаулыҡ күрке - эш, эш күрке - аҡыл, аҡыл күрке - йөҙ, йөҙ күрке - күңел.
- Ауырыу ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй
- Ауырыу хәлен һау белмәҫ, ярлы хәлен бай белмәҫ.
- Ауырыу - аяҡтан, ҡайғы йөрәктән алыр
- -Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух.
- -Байлыҡ - бер айлыҡ, һаулыҡ – мәңгелек.
- -Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай.
- Һаулыҡ –зарядка
- -гимнастика
- -дөрөҫ туҡланыу
- -таҙа тештәр
- -яҡшы кәйеф
- Мин белгән берҙән бер матурлыҡ – ул һаулыҡ
- Һаулыҡ – ул ауырыуҙарҙың юҡлығы ғына түгел, ә дөйөм физик, рухи һәм социаль ныҡлылыҡ
- Хәрәкәт ул- йөрөү атлап,
- Хәрәкәт- барыу ауға.
- Хәрәкәт ул – елеү атта,
- Хәрәкәт- менеү тауға.
- «Хәрәкәттә – бәрәкәт», - тип
- Әйткән ололар бик хаҡ.
- Һаулыҡ ныҡлы булһын тиһәң,
- Йүгер, һикер, тәкмәс ат.
- Һаулыҡ - ҙур байлыҡ.
- Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай.
- Халыҡ һаулығы — дәүләт байлығы.
- Һаҡланған - һаулыҡҡа туйған.
- Һаҡланғандан үлем дә һаҡлана.
- Һау кешегә көн дә байрам.
- Һаулығың — байлығың.
- Һәр дарыу самаһынан уҙһа — ағыу.
- Тән ауырыһа, йән ҡурҡа.
- Тәне һауҙың йәне һау.
- Тир менән сир сыға.
- Самалы ашаған һау булыр.
- Саф һауа - тәнгә дауа.
- Сир аяҡ аҫтында.
- Сир ҡулдан йоғор, тымау - тындан.
- Сирле үлмәй, әжәле еткән үлә.
- Сирле, сирленең холҡо - кирле-мирле.
- Сирлегә йәйге селләлә лә һыуыҡ.
- Сирләмәйенсә һаулыҡтың, ҡартаймайынса йәшлектең ҡәҙерен белмәҫһең.
- Сәләмәт тәндә - таҙа аҡыл.
- Оҙаҡ ауырыу йән ала.
- Кешенең дарыуы - кеше.
- Йәнең һау булһа, ауырыумын тимә, тәнең һау булһа, ярлымын тимә.
- Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр,
- Дарыу көсәйһә, малыңды алыр.
- Ауырыу күрмәгән кеше һаулыҡтың ҡәҙерен белмәҫ.
- Ауырыуға сыҙамаһаң, һаулыҡтың ҡәҙерен бел.
- Байлыҡ башы — һаулыҡ.
- Байлыҡ — бер айлыҡ, һаулыҡ — ҙур байлыҡ.
- Байлыҡтың алды — тән һаулыҡ.
- Паҡлыҡ һөйгән һау булыр.