Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта

Мини-чат

Наш опрос
Телде өйрәнеүсе фән нисек атала?
Всего ответов: 4

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Электрон ял минуттары

1. Асырға

2. Асырға

3. Асырға

4.Асырға

 

 

Яу,ямғыр,яу,яу.(аяҡтар менән тыпырҙайҙар)

Ямғыр яуһа-ергә май(әйләнәләр).

Ямғыр яуһа- кем дә бай.( эшләү хәрәкәттәре)

Ямғырым,ямғырым,

Яу,яу,ямғырым(аяҡтар менән тыпырҙайҙар)

 

Кейектәрҙе һаҡлағыҙ!

Ҡыш килһә асыға(атлайҙар)

Бойоға ҡуян(һикерәләр)

Тейен дә югереп…

Ем эҙләй,күрәһең(әйләнәләр).

Һаҡлағыҙ уларҙы бәләнән  (ҡулдарын йәйәләр).

 

. Ял минуты. “Башаҡ күнегеүе.”
(Музыка аҫтында башҡарыла.)
Башаҡ бешә, тула бара,
Башын ергә эйә бара (баштарын
борғолай ҙар),
Ҡояш уны йылыта,
Ынтыла ул ҡояшҡа (ҡулдарҙы өҫкә
күтәрәләр),
Ашлыҡтар үҫте (аяҡ остарына баҫа-
лар),
Башаҡтар беште (яйлап сүгәләйҙәр),
Баҫыуҙан иген
Бураға төштө (ултыралар).

 

Хәрәкәт ул - атлап йөрөү, (урында атларға)

Хәрәкәт ул – атта елеү, (бер ҡулды алға, икенсеһен өҫкә күтәреп, атта елеүҙе күрһәтергә)

Хәрәкәт ул – ауға барыу, («мылтыҡ тотоп» алға барырға)

Хәрәкәт ул – тауға менеү. (тауға үрмәләүҙе һүрәтләргә )

« Хәрәкәттә – бәрәкәт», - тип

Әйткән ололар бик хаҡ.

Һаулыҡ ныҡлы булһын, тиһәң,

Йүгер, һикер, тәкмәс ат! (ҡулдарҙы төрлө яҡҡа йөрөтөп, хәрәкәттәр яһарға.)

 

Хәйерле иртә, күҙҙәр,
Һеҙ уяндығыҙмы? (күҙҙәрҙе һыйпау)
Хәйерле иртә, ҡулдар(ҡулдарҙы һыйпау)
Һеҙ уяндығыҙмы? ( сәпәкәй итеү)
Хәйерле иртә, аяҡтар (һыйпау)
Һеҙ уяндығыҙмы? (тыпырҙау)
Хәйерле иртә, ҡояш, мин уяндым (ҡулдарҙы ҡояшҡа һүҙыу)
Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым,
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Ҡояш, һауа, тыуған ер,
Йән тыныслығын бир.
Мин сәләмәт, мин матур,
Салауат кеүек батыр.

 

Бына ниндәй яҙ килде (ҡулдарҙы алға һуҙып күрһәтеү)
Түбәнән тамсы тама ( бармак остары менән ус төптәренә сиртеү)
Көндөҙ көн йылы була (ҡулдарҙы сайҡайҙар)
Һыуыта кискә табан (сүгәләйҙәр)
Тамсылар бейей тып-та-тып (ҡулдарҙа бармаҡ остарын бейетеү)
Уларҙы булмай туҡтатып
Улар яҙ алып киләләр (ҡул сабып бейейҙәр

 

Тәбиғи белем эшмәкәрлеге аҙағында шулай уҡ хушлашыу йырын йырлайбыҙ.
Уң ҡул, һул ҡул (ҡулдарҙы бер-бер артлы өҫкә күтәрәбеҙ)
Уң ҡулға һул ҡул ( ҡулдарҙы тоташтырабыҙ)
Бер-ике, бер-ике (сәпәкәйләйбеҙ)
Ҡул бир ҙә хуш бул! (ҡулдарҙы болғап хушлашабыҙ

 

Тейен сәпәкәй итә , (сәпәкәй итәләр)
Ҡуян иҙәнде тибә, (тыпырлайҙар)
Ә тайыш табан айыу,
Башын гына һелкетә.(башты уңға,һулға һелкеү)

Ҡуян йүгереп үтә (урында йүгерәләр)
Башын да ул һепкетә,(башты уңға,һулға һелкеү)
Яҡ-яғына ҡаранып, (тирә-яҡҡа башты бороу)
Шыршы аҫтына боҫа.(урынға ултырыу)

Балалар,балалар, (урында атлау)
Урам буйлап баралар,
Ултырып та алалар, (сүкәйеү)
Йүгереп тә алалар, (урында йүгерәләр)
Һаман алға баралар. (атлау)

Тейен һикерә ағасҡа,(урында һикереү)
Ҡуян бик шәп йүгерә, (урында йүгереү)
Тайыш табан һоро айыу,
Йылғала бик шәп йөҙә. (йөҙөү хәркәтен эшләү)
Ҡуян килеп сыҡты ярға, (урында йүгереү)
Күрҙе айыуҙы йылғала, (байҡап ҡарау)
Ҡурҡыштан йүгереп барып,(урында йөрөү)
Боҫто ағас артына аҫтына.(урындарға ултыралар)

Ҡулдарҙы йәйҙек, (ҡулдарҙы йәйеү)
Булдыҡ инде самолет,
Дырылданы,геүләне, (ҡулдар йәйелгән көйө йүгереү)
Осоп китте самолет.
Килеп еттек ҡалаға,
Самолет шәп осҡанға.(урындарға ултырыу)

Бер,ике- беҙ баҫабыҙ. (баҫыу)
Өс,дүрт-беҙ атлайбыҙ. (атлау)
Биш,алты-нығыраҡ баҫ, (йән көскә баҫыу)
Ете ,һигеҙ-ултыр тиҙ. (ултырыу)

Бер,ике,өс - (ҡулдарҙы бөгөү)
Беҙҙә бөтә көс.
Һыуҙа балыҡтай йөҙәбеҙ, (йөҙөү хәрәкәтен яһау)
Конькиҙа шәп йөрөйбөҙ. (конькиҙа йөрөү хәрәкәтен яһау)
Бер,ике,өс,
Ҡуян кеүек һикерәбеҙ, (урында һикереү)
Матур булып ултырабыҙ. (урынға ултырабыҙ)

Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек. (йөҙөү хәрәкәте)
Ҡоштар кеүек осайыҡ. (осоу хәрәкәте)
Ҡуян кеүек һикерәйек, (урында һикереү)
Урындарға ултырайыҡ. (урындарға ултырыу)

 

һаҙлыҡтағы баҡалар
Бик иртә уяндылар.
Бата-ҡалҡа, бата-ҡалҡа
Битләрен дә йыуҙылар.
Һуңынан инде зарядкаға
Теҙелешеп баҫтылар:
Уңға-һулға, уңға-һулға
Алға-артҡа, алға-артҡа
Ултырҙылар, торҙолар.
һуҙылып кирелделәр,
Дәрескә тотондолар.

Уң ҡул яғыңда-уң яҡ
һул ҡул яғыңда-һул яҡ.
Уң яҡ, һул яҡ, уң яҡ һул як,
Иҫтә ҡалһын нығырак.

Матур һүзҙәр уйланыҡ
Ял итергә туктаныҡ.
елкәләрҙе турайттыҡ,
Тәрән итеп һуланыҡ,
Башты ян-яҡҡа борҙоҡ,
эйелдек һәм беҙ торҙоҡ,
Бер урында йүгерҙек,
Ә һуңынан һикерҙек.
һуҙылдыҡ һәм кирелдек.
Юғарыға үрелдек.
Ә һуңынан тынысланып
дәресте дәуам иттек.

Автобусҡа ултырҙыҡ
Сәйәхәткә йыйылдыҡ.
Бип-бип-бип, бип-бип-бип
Сәйәхәткә йыйылдыҡ.
Барабыҙ урман аша,
Беҙгә ҡояш йылмая.
Бип-бип-бип, бип-бип-бип
Беҙгә ҡояш йылмая.

Бергәләп баҫайыҡ әле
Түңәрәк яһайыҡ әле
Бына ниндәй түңәрәк!
Бик кескенә түңәрәк.
ҡулды ҡулға тотонып
Артҡа табан барабыҙ
бына ниндәй түңәрәк!
Бигерәк ҙур түңәрәк!
Түңәрәктә йөрөйбеҙ
Тыпыр-тыпыр бейебеҙ.

Айыу йөрөй урманда.
Тәмле бал эҙләй унда.
Йөрөй торгғс арый ул,
Ял итергә уйлай ул.
Айыу дуҫҡай, тор инде.
Йоҡоң туйғандыр инде.
Әйҙә, уйнайыҡ бергәләп,
Беҙҙе ҡыуып тот инде.

Бергәләшеп йыйналып,
Беҙ барабыҙ урманға.
Хәйерле юл теләп беҙгә
Күктә ҡояш йылмая.
ҡанаттарын елпей-елпей
Күбәләктәр осалар
Ал, ҡыҙыл, һары, зәңгәр -
Ниндәй матурҙар улар.
Аҡ ҡайындың төптәренән
Беҙ бәшмәктәр эҙләнек.
Ағас башында уйнаған
Тейендәрҙе күҙәттек.
Матур сәскәләр ҡосоп,
бәшмәкле кәрзин тотоп,
Беҙ ҡайтабыҙ урмандан.
Бер аҙ ғына арылған.
Безҙ инде хәҙер ҙурҙар,
Күп эшләй беҙҙең ҡулдар,
Беҙ иҙән дә йыуабыҙ,
Беҙ керҙәр ҙә йыуабыҙ,
Гөлдәргә һыу һибәбеҙ.
Бына шундай уңган беҙ,
бынәашундай булған беҙ.

Йомро йомшаҡ ҡуяндар,
йоҡонан уянғандар.
Ниндәй рәхәт аларға
һикерәләр яланда.
Тик бүрене күрмәйҙәр,
ситтәрәк йөрөмәйҙәр,
Уйлап тормай бер нимә,
яланға килеп етә,
ҡуянды ҡыуып китә.
***********
ел иҫә, иҫә, иҫә,
Ағастарҙы һелкетә,
ел тына, тына , тына,
Ағастар үҫә, үҫә.

 

Мөһим
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия

Друзья сайта

Вход на сайт


, . , , , ,