Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта

Мини-чат

Наш опрос
Телде өйрәнеүсе фән нисек атала?
Всего ответов: 4

Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 3
Пользователей: 0

Минең педагогик фәлсәфәм

Балалар – беҙҙең киләсәк,

Ер йөҙөнөң биҙәге.

Шишмә кеүек саф тауышлы,

Сабый бала көлгәне

Бәхеле , сәләмәт үҫһен

Ерҙәге һәр – бер бала

         

       Баласаҡ – кеше тормошоның иң мөһим сағы. Баласаҡ нисек үткән, сабыйҙы ошо йылдарҙа кем етәкләгән, тирә - яғынан уның аҡылына һәм йөрәгенә нимә ингән – бөгөнгө сабыйҙың киләсәктә кем буласағы хәл иткес дәрәжәлә шуға бәйле. Балаға тәрбиәне, кәңәш – аҡылды иң тәүҙә ғаилә биргәне бер кемгә лә сер түгел . Ә балалар баҡсаһында баланың яҡын дуҫы, кәңәшсеһе булыу мөһим. Мин үҙ хеҙмәтемде, балаларҙы бик яратам. Балаларға ныҡлы тәрбиә биреү минең өсөн бик мөһим. Балалар баҡсаһында эшләп, иң беренсе сиратта, бала йөрәкле, эскерһеҙ һәм яғымлы булырға тейешы тип уйлайым. Тәрбиә эше ҙур сабырлыҡ, күңел йомартлығы талап итә. Шунлыҡтан балалар баҡсаһында эшләр өсөн бик күп белергә, балалар өсөн һәр саҡ ҡыҙыҡлы, ҡабатланмаҫ булырға тейеш. Ә инде эҙләнеүсән, белемеңде һәр саҡ байытып торғанда ғына бейек еңеүҙәргә ирешергә мөмкин. Ысын тәрбиәсе балалар доньяһы менән йәшәй, барлыҡ мөхәбәтен, йөрәк йылыһын балаларға бирә. Был исемгә үҙеңдең талантың, теләгең менән лайыҡ булырға кәрәк. Заман талаптарына тура килтереп балаларға белем биреү һәм тәрбиәләү өсөн һәр ваҡыт эҙләнәм, яңы идеялар менән йәшәйем мин. «Бала үҙ телен, милләтен, тыуған ерен яратып үҫһә генә башҡа халыҡтарға ҡарата хөрмәтле буласаҡ» тигән ныҡлы фекерҙәмен. Шуға күрә лә яңынан – яңы белем -тәрбиә алымдары, яңы технологиялар, традицион булмаған методикалар ҡулланыу менән бер рәттән кескәйҙәрҙең күңеленә милли рух орлоҡтары һалыуҙы лә күҙ уңынан сығармаҫҡа тырышам. Балалар баҡсаһына беренсе тапҡыр атлап инеүем бөгөнгөләй хәтеремдә. Төркөмгә инеү менән мине шау-шыу килеп кескәй генә балалар уратып алды. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән миңә, ә мин уларға ҡарап торҙом. Эстән мине мең һорау борсоно. «Мин был сабыйҙарҙан яҡшы күңелле, аҡыллы, зирәк кешеләр үҫтерә алырмынмы? Хаталар ебәрмәҫменме? Эшемде нимәнән башларға?» Шул ваҡытта бөйөк аҡыл эйәһе Ризайетдин Фәхретдин һүҙҙәре иҫкә килеп төштө: “Баласаҡта ебәргән хатаны төҙәтергә йылдар ҙа етмәҫ”. Балаларҙың ҡыҙыҡһыныусан күҙҙәренә ҡарап шуны аңланым: мин уларҙың был ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын хупларға, уларҙы яратырға, икенсе әсәй булырға, улар менән бергә баласаҡ иленә, әкиәт, фантазиялар доньяһына инергә тейешмен. Һәм мин быға ирештем тип уйлайым. Кескәйҙәрҙең минең янға ҡолас йәйеп йүгереп килеүҙәре, ашыға-ашыға минең менән ҡыҙыҡлы яңылыҡтарын уртаҡлашыуҙары, кисен дә айырылышырға теләмәүҙәре быға иҫбат түгелме һуң? Минеңсә, был тәрбиәсе өсөн барлыҡ маҡтауҙарҙан да өҫтөн. Балалар – тормош гөлөбеҙ. Сәскәләр өҫтәлмә туҡланыуға мохтаж булған кеүек, балаға ла яҡшы тәрбиә кәрәк. Беҙ зирәк, яҡшы кешеләр тәрбиәләү өсөн балаларҙың аңына кешелеклек сифаттарын һалабыҙ. Көн дә шул ғонаһыҙ сабыйҙар янында булыу, уларҙың уй – хистәрен уртаҡлашып йәшәү үҙе бер ҙур бәхет . Хыял ҡанаттарым сикһеҙ минең. Үҙемә, үҙ балаларыма нимә теләһәм, балалар баҡсаһында үҙем тәрбиәләгән сабыйҙарға ла шул теләктә мин. Киләсәктә тәүфиҡле, иманлы, тәрбиәле балалар булып үҫеүҙәрен, үҙҙәре һайлаған ҙур тормош юлынан күкрәк киреп , ғорур атлауҙарын теләйем!

Әгәр һорау бирһәләр

Нимә ул бәхет? – тиһәләр,

Әйтер инем: - «Бәхет- ошо балалар

Кеше булып үҫһәләр!»

Мөһим
Все фото и видеоматериалы, достижения воспитанников, их родителей (законных представителей), сотрудников детского сада публикуются строго с их письменного согласия

Друзья сайта

Вход на сайт


, . , , , ,