Һаулыҡ - ул байлыҡ;
Һаулыҡ - ул әгәр һиңә рәхәт булһа;
Һаулыҡ - ул әгәр һинең бер ереңдә ауыртмаһа;
Һаулыҡ - ул матурлыҡ;
Һаулыҡ - ул көс.
Әсә һөтө- изге ризыҡ.
Донъяла иң туҡлыҡлы, иң файҙалы, иң тәбиғи ризыҡ – күкрәк һөтө.
Фәндән белеүебеҙсә, баланың төрлө ауырыуға ҡаршы торорлоҡ иммун системаһы ике йәшкә тиклем формалаша. Ошоға саҡлы сабый әсә һөтөндәге файҙалы матдәләргә мохтажлыҡ кисерә. Бигерәк тә тәүге алты айҙа имеҙеү бик мөһим уны.
Нимә һуң күкрәк һөтө? Файҙалы матдәләр, витаминдар, гормондар – бөтәһе лә бар унда. Күкрәк һөтө боҙолмай, баланы имеҙгәндә һәр ваҡыт тейешле температурала була. Һөттәге глюкоза һәм майҙар баланың мейе үҫешенә ҙур йоғонто яһаһа, кальций һәм башҡа файҙалы матдәләр һөйәктең дөрөҫ үҫешенә булышлыҡ итә. Күкрәк һөтөнөң 90 проценты һыуҙан тора.
Туҡланыу менән бер рәттән, сабый таҙа һыуға ла бик ныҡ мохтаж. Әммә ғәҙәти һыуҙың гигиена яғынан таҙа булмауы нығынып етмәгән организм өсөн зарар килтереүе мөмкин. Шунлыҡтан бары тик әсә һөтөндәге һыу ғына бала өсөн файҙалы.
Күкрәк һөтөндә адипонектин тип аталған аҡһым күп. Ул тәндә оҙаҡ йылдар һаҡлана, йөрәк сирҙәренә һәм инфарктҡа ҡаршы көрәшә. Был аҡһымдың организмда аҙ миҡдарҙа йәки бөтөнләй булмауы һимеҙлеккә, йөрәк ауырыуҙарына килтерә. Күкрәк һөтөнә туйынып үҫкән балаға ундай сирҙәр янамай.
Йәнә бер гормон лептин тип атала. Ул матдәләр алмашыныу процесына йоғонто яһай. Лептин гормоны организмда мәғлүмәт функцияһын үтәй, йәғни әгәр ҙә ҡанда май күләме норманан артыҡ күтәрелһә, мейегә шуның тураһында белдереп, импульстар ебәрә. Күкрәк һөтө аша был гормонды етерлек күләмдә алған организм һимереү, шәкәр диабеты кеүек ауырыуҙарға ҡаршы торорлоҡ көскә эйә.
Ғалимдар фекеренсә, күкрәк һөтө ракка ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Ул тәндәге яман шеш күҙәнәктәрен шунда уҡ юҡ итә. Был мөғжизәле аҡһымлы матдә альфа-лакт тип атала.
Күкрәк һөтөндә кальций, лактоза, таурин, липид, иммуноглобулин, лактоферрин кеүек файҙалы элементтар, ферменттар һәм витаминдар күп.
Ап-аҡ матур тештәр — сәләмәтлек билдәһе.
Улар тураһында нимәләр белергә кәрәк һуң? Нисек итеп дөрөҫ таҙартырға? Тел менән ирендәргә лә тәрбиә кәрәкме? Һорауҙар бик күп.
Ҡағиҙәләр үтә ябай
Әле ил халҡының 95 проценты самаһын тештәренә бәйле теге йәки был проблема борсой. Теш ҡаҙнаһының елһенеүе, тештәрҙең боҙолоуының төп сәбәбе — ашағандан һуң ауыҙҙа аҙыҡ киҫәктәренең ҡалыуы, ултырмалар барлыҡҡа килеүе. Һөҙөмтәлә бактериялар үрсей, ағыулы кислота бүленеп сыға. Ошо кислота йоғонтоһонда минералдар, йәғни кальций, фосфор һәм башҡалар юҡҡа сыға. Тештең эмале йоҡара, ҡыуышлыҡ, йәғни кариес барлыҡҡа килә.
Икенсе ҙур мәсьәлә — пародонтит. Был сир теште ҡаҙнала тотоп тороусы туҡыманы зарарлай. Кариеслы тешкә пломба йәки коронка ҡуйырға мөмкин, ә пародонтит сәбәпле ҡаҡшаған теште күпселек осраҡта һурып алыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәндә кариестан һаҡланырға мөмкин. Был ҡағиҙәләр үтә ябай, мәҫәлән, теште щетка һәм паста менән ентекләп таҙартырға, ашағандан һуң ауыҙҙы сайҡатырға һәм теш арауыҡтарын даими тикшереп торорға.
Гриптан нисек һаҡланырға?
Алдан прививка эшләтеп, иммунитетты ны¬ғыталар, йәғни сиргә ҡаршылыҡ булдыралар. Был – кәрәкле һаҡланыу сараһы. Гриптың төрҙәре күп һәм улар үҙгәреп тороусан. Прививка яһатҡан кеше яңы төрөн йоҡторһа ла, был ауырыуҙы еңелерәк кисерә.
«Грипп» һүҙе Мәғрип халыҡтары телдәренең «эләктереү», «тотоп алыу» мәғәнәһендәге һүҙҙән яһалған. Ысынлап та, уның менән ауырыған кешеләр эргәһендә был сирҙе бик тиҙ эләктерергә була, ул һине еңел генә «тотоп» та ала. Вирус күбеһенсә һауа аша тарала, һауыт-һаба, йыуылмаған ҡул аша ла йоғоуы мөмкин. «Респиратор» – халыҡ-ара кимәлдә ҡулланылған һүҙ, һулыш юлдары менән бәйле тигәнде аңлата. Был сирҙәр йышыраҡ һулыш юлдары аша йоға һәм тын алыу юлдарын зарарлай, шуға күрә йүтәлләтә, тамаҡты ауырттыра, сөскөртә, танауҙан шыйыҡса аға. «Киҫкен респиратор вируслы инфекция» (ОРВИ) – һалҡын тейеүҙең вирустан икәнлеген дәлилләгән диагноз.
Был сирҙе йоҡторғанға тиклем тән сәләмәт хәлдә булһа, прививка ла эшлән¬һә – вирус эләкһә лә, кеше ауы¬рыу¬ҙы еңелерәк үткәрә. Ныҡ булыу өсөн иртәрәк ятып, туй¬ғансы йоҡларға, ваҡытында яҡшылап ашарға, тышта хәрәкәтле шөғөл менән дә мәш¬ғүл булырға кәрәк. Һыуыҡ һыу эсеү, туңдырма ашау – һалҡын тейҙереүҙең бер сәбәбе. Ауырыған саҡта мотлаҡ табипҡа, ауылда фельдшерға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ҡайһы бер файҙалы кәңәштәр
1. Вирустар туҙанға эләгеп, һулыш юлдары аша организмға инә. Шуға күрә өй эсен һәр саҡ таҙалыҡта тоторға кәрәк.
2. Ҡулды һабын менән йыш йыуып торған кешегә вирустар аҙыраҡ эләгә. Аҙнаға бер тапҡыр булһа ла, бөтә тәнде йыуыу мотлаҡ. Йыуынғанда ҡулланылған әйберҙәр уртаҡ булырға тейеш түгел. Теш щёткаларын бер-береһенә терәтеп тотмағыҙ.
3. Табип прививка тәҡдим итһә, унан баш тартмағыҙ.
4. Танау эсен аш тоҙо иретмәһе менән йыуҙырып, һулыш юлдарын вирустарҙан һаҡлау әмәле бар. Быны табип менән кәңәшләшеп кенә башҡарығыҙ.
5. Дүрт ҡатлы марлянан яһалған битлек менән ауыҙ-морондо ҡаплап йөрөү һауа һәм һулыш юлдары аша йоғоусан сирҙәрҙән һаҡлай. Кеше күп булған урындарҙа грипп, киҫкен респиратор ауырыу, вируслы киҫкен инфекция йоғоу ихтималлығы арта.
Тымау теймәһен тиһәң...
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, АҠШ армияһында тымау һәм һалҡын тейеү иң киң таралған сир һанала. Америка Һаулыҡ һаҡлау министрлығы чиновниктары был проблеманы күптән төрлө ысулдар – ультрафиолет лампалар ҡуйыуҙан башлап, йоғошһоҙландырыу матдәләре һәм антибиотиктар ҡулланып хәл итергә тырышҡан. Аденовирус вакцинаһы иң күп ҡулланылған ысул булған, тик уны етештереүҙе туҡтатҡандар. Шуға күрә лә ғалим-тикшеренеүселәр был сирҙәрҙән ҡотолоуҙың иң ябай юлын тәҡдим иткән: ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға!
Ысынлап та, флотҡа хеҙмәт итергә яңы алынған матростар араһында ошо ябай ғына ҡағиҙәне үтәү арҡаһында респиратор сирҙәр менән яфаланыусылар һаны ҡырҡа кәмегән.
Ауырығанда киптерелгән ҡурай еләгенән дә шифалырағы юҡтыр. Уның составында глюкоза, фруктоза, органик кислоталар, пектин, С, D витаминдары бар.
Киптерелгән емеште сәй һымаҡ бешерәләр. Уны эскәндән һуң шунда уҡ йылы итеп бөркәнеп ятырға кәрәк. Тир менән бергә организмдан шлактар ҙа сыға.
* * *
Һалҡын тейҙереп ауырыусылар мөмкин тиклем күберәк hарымhаҡ ашаhын. Тамағығыҙҙың аҙ ғына ауыртыуын hиҙhәгеҙ, тиҙерәк ошо йәшелсәне ҡулланығыҙ. Был үҫемлектең вирусҡа ҡаршы үҙенсәлеге күптән билдәле.
Һарымhаҡ ашағас, бер стакан томат hутын эсеп ҡуйhағыҙ, тағы ла яҡшы. Ундағы кислоталар hарымhаҡ майындағы еҫте бөтөрә.
* * *
* Һүрән утта лимонды ун минут ҡайнатырға һәм, уртаға ҡырҡып, һутын яҡшылап һығып алырға. Шыйыҡсаны стаканға ҡойоп, ике аш ҡалағы глицерин өҫтәргә һәм ныҡ итеп бутағандан һуң тултырғансы бал һалырға. Барлыҡҡа килгән сироп файҙалы ғына түгел, тәмле лә. Дозаһы йүтәлләүгә ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, һирәк йүткергәндә көнөнә бер балғалаҡ эсеү етә. Әгәр ҙә йүткереү төндә генә көсәйә икән, ятыр алдынан һәм төндә берәр балғалаҡ эсегеҙ. Йүтәл көслө икән, иртәнсәк ас ҡарынға, төшкө ашҡа тиклем, киске аштан һуң һәм төнгөлөккә берәр балғалаҡ эсеү кәңәш ителә. Йүтәл һирәгәйгән һайын дозаны кәметә барығыҙ.
Беҙ- сәләмәт тормош яҡлы,
Ярыш сәме дәрт бирә.
Бәйгеләрҙә ал бирмәйбеҙ,
Дуҫлыҡ та көслө беҙҙә.
Таҫыллыҡтың, оҫталыҡтың
Нигеҙе тырыш хеҙмәт.
Кем сәләмәт тормош яҡлы
Беҙҙә шуларға хөрмәт.
(Гөлнур Ҡыуатова)
Күҙлекте бергәләп һайлайбыҙ
Ҡояш нурҙарынан һаҡлаған күҙлектең әһәмиәте йылдан-йыл арта бара. Ул кешенең зауығын билдәләй, ниндәйҙер кимәлдә уңыш символы ла булып тора. Шулай ҙа төп функцияһы — ҡояш сағыу яҡтыртҡан мәлдә күреү һәләтенә зарар килтергән нурҙарҙан һаҡлау.
Күҙлекте нисек һайларға? Тәү сиратта, ҡайҙан ғына алһағыҙ ҙа, ул һеҙгә килешеп торорға, күҙҙәрегеҙҙе ультрафиолет һәм инфраҡыҙыл нурҙарҙан ышаныслы һаҡларға тейеш.
Күҙлектең ниндәйе генә юҡ хәҙер! Әйтәйек, "UV-400" фильтрлылары ультрафиолет нурҙарҙан һаҡлай. Әммә ошондай билдә һуғылған барлыҡ күҙлектәргә лә ышанырға ярамай. Осһоҙ тип сифатһыҙ тауарға алданып ҡуймағыҙ. Ундай күҙлекте кейһәң, баш ауыртыуы, күңел болғаныуы ихтимал. Өҫтәүенә күҙ яҫмығына зарар килә.
Ниндәй кимәлдә яҡтылыҡ үткәреүенә ҡарап, күҙлектәр биш төргә бүленә һәм һандар менән билдәләнә (улар этикеткаларҙа күрһәтелә).
Әйберҙе эшләгәндә етештереүселәрҙең 95 проценты пластик материал ҡуллана, иң таралғаны — поликарбонат. Быяла линзалы күҙлектәр менән сағыштырғанда, улар хәүефһеҙерәк, ярылып бармай. Икенсенән, һығылмалылығы төрлөсә биҙәкләп эшләү мөмкинлеген бирә. Еңел, уңайлы һәм ныҡ булыуы яғынан да отошло. Иң мөһиме — яҡтылыҡ нурынан ышаныслы һаҡлай, аллергия булдырмай.
Һаулығығыҙҙы, матурлығығыҙҙы һаҡлау — һеҙҙең ҡулда. Әлбиттә, яҡшы сифатлы күҙлекте осһоҙға һатып алып булмай. Шулай ҙа "Һаулыҡ — ҙур байлыҡ" тигән әйтемде онотмаһаҡ ине.
Витаминдар донъяһында
Витаминдарҙың файҙаһы хаҡында һəр кем белə.
А витамины — туҡымаларҙа һəм күҙəнəктəрҙə аяҡҡа баҫтырыу
реакцияларында ҡатнаша. Һөт аҙыҡтарында, йомортҡала, бауырҙа, треска
тоҡомло балыҡтарҙа, томатта, кишерҙə, шпинатта, емеш-елəктə, петрушкала
бар.
В1 витамины — туҡымаларҙың тын алыуын һəм күҙəнəктəргə кислород
килеүен көсəйтə. Уға бауыр, һөт, йомортҡа, борсаҡ, фасоль, сүпрə бай.
В12 витамины — матдəлəр алмашыныуына йоғонто яһай. Ул бауырҙа,
бөйөрҙə, йомортҡа һарыһында күп.
В2 витамины — матдəлəр алмашыныуында мөһим роль уйнай. Уның
етешмəүе сəстəр, күҙ, ауыҙ ҡыуышлығы һəм ирендəр торошонда сағыла. Бөтə
ит һəм һөт продукттарында, бигерəк тə сүпрəлə бар.
В5 витамины — күҙəнəктəрҙə матдəлəр алмашыныуын оптималь
кимəлдə тота. Витамин етешмəүе тире, тырнаҡтар, сəс торошонда һиҙелə.
Уның сығанаҡтары — һөт, йомортҡа, бауыр. Матдəлəр алмашыныуы,
боҙолоуын дауалау өсөн кальций тоҙо формаһында ҡулланыла.
В3 витамины — тиренең сəлəмəтлеге өсөн кəрəк, тамырҙарҙы
киңəйтеүгə йоғонто яһай, матдəлəр алмашыныуында ҡатнаша. Һөттə,
йомортҡала, борсаҡта, фасолдə бар.
В6 витамины — аминокислоталар алмашыныуын ғəмəлгə ашырыусы
ферменттар төҙөүҙə мөһим роль уйнай. Уның етешмəүе дерматитҡа килтерə.
Сүпрəлə, үҫемлектəрҙең йəшел өлөшөндə була.
Д витамины — күҙəнəктəрҙə һəм һөйəк туҡымаһында кальций һəм
фосфаттар күсеүен көйлəй. Диңгеҙ балыҡтары ыуылдырығы һəм бауыры,
балыҡ майы уларға бай.
Е витамины — бик көслө антиоксидант, уны “йəшлек витамины” тип тə
атайҙар. Ул бойҙай бəбəгендə, йəшел үҫентелəрҙə, һырғанаҡ, көнбағыш, арахис
майында күп.
F витамины — кислород һəм май алмашыныуында ҡатнаша, шешеү
процесын бөтөрə, күҙəнəктəрҙең яңырыуына булышлыҡ итə, уларҙың дымды
юғалтыуын иҫкəртə. Был витамин етешмəгəндə тире ҡорой, сəс ҡойола,
кəүəклəнə. Үҫемлек майҙары, көнбағыш, миндаль, һырғанаҡ орлоғо, гөлйемеш
составына инə.
С витамины — туҡымаларҙың яңырыуына булышлыҡ итə. Уларға
цитрус емештəре, шалҡан, йəшелсə һəм емештəр бай, бигерəк тə ҡара
ҡарағатта, гөлйемештə, ҡыҙыл бороста, татлы һуғанда күп.
Талпандан нисек һаҡланырға?
Талпан – инфекциялы ауырыуҙарҙы таратыусы бөжәк булараҡ хәүефле. Уларҙың киң таралғаны һәм ҡурҡынысы – инфекциялы талпан энцефалиты. Ваҡытында дауаланыу курсы үтмәгәндә инвалид булып ҡалыу хәүефе янай, ҡайһы бер осраҡта уның үлемгә килтереүе лә ихтимал.
Талпандар 1 метрҙан бейек булмаған үләндәрҙә һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй.
Эләккән талпанды тиҙ арала күреү өсөн асыҡ төҫтәге кейемде һайлағыҙ. Салбарҙы итек эсенә рәтләп тығығыҙ, ең ҡулдарҙы тығыҙ итеп һығып торорға тейеш. Сәсегеҙҙе йыйып яулыҡ, башлыҡ, шулай уҡ кейемгә тегелгән көләпәрә кейегеҙ. Һәр 10-15 минут һайын өҫтөгөҙҙө ҡарағыҙ, ер өҫтөнә, үләнгә ятмағыҙ. Ҡырҙан ҡайтҡас та кейемдәрегеҙҙе сисеп, тәнегеҙҙе ҡарап сығығыҙ. Өй эсенә яңы өҙөлгән үҫемлектәрҙе йәки башҡа әйберҙәрҙе индерергә тырышмағыҙ. Уларҙа талпан булыуы ихтимал. Кейемегеҙҙе акарицид, йәғни бөжәккә ҡаршы махсус препарат менән эшкәртегеҙ. Бынан тыш, төрлө репелленттар һөртөгөҙ. Хәүеф тыуҙырған ергә эшкә йәки ялға сыҡҡан һәр кем прививка эшләтергә тейеш.
Талпан ҡаҙалған осраҡта мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ҙә лаборатория тикшереүенән һуң талпан энцефалиты йоғоуы иҫбатланһа, тейешле дауалау курсын үтеү мотлаҡ.
“Иң бай кеше кем?» тиһәгеҙ
Ул кеше-мин белегеҙ
Маҡтана тип уйламағыҙ
Килегеҙ ҙә күрегеҙ
Йортобоҙ бар, атай уны
Һалды үҙ ҡулы менән
Өйрәтте ул, мин дә хәҙер
Балта тоторға беләм.
Атай кеүек, әсәйем дә
Байлығы беҙҙең өйҙөң
Ниндәй генә хәлдәрҙә лә
Ул таба беҙҙең көйҙө.
Һеңлем дә бар, ҡустым да бар
Улар ҙа беҙҙең байлыҡ
Хоҙай биргән тағы беҙгә
Иң ҙур байлыҡ-ул һаулыҡ